Өфөлә Ағиҙел ярында туристик-мәғлүмәт үҙәге төҙөлә

Бының өсөн 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Үҙәк Дуҫлыҡ монументы янында урынлаша. Бина ике ҡатлы була. Уның тышында  "Өфө" һәм "450" тигән алтаҡта беркетелә. Киләһе йылда республика баш ҡалаһы 450 йыллығын билдәләй.