Башҡортостанда быйыл лифттарҙы алмаштырыу буйынса план үтәлгән

Төбәк операторы хәбәр итеүенсә, 165 күп фатирлы йортта 446 лифт яңыртылған. Күп фатирлы йорттарҙан капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыла, шулай уҡ  республика бюджетынан сығымдар бүленә. Былар эште тиҙ башҡарып сығыу мөмкинлеге биргән.