Хәтер датаһы уңайынан Яңауылда ғәйепһеҙ хөкөм ителгәндәргә һәйкәл асылды. Район үҙәге китапханаһы майҙанындағы мемориалды асыу тантанаһында урындағы халыҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ветерандар ҡатнашты. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡлана.