Республика балалар клиник дауаханаһының «Уҡыйбыҙ, беләбеҙ» госпиталь мәктәбендә «Рәсәй халыҡтары телдәре байлығы» Бөтә Рәсәй туған телдәр фестивале уҙҙы. Сара сиктәрендә инновацион мәғариф майҙансығы етәкселеге кескәй пациенттар менән бергә илдең башҡа медицина учреждениелары вәкилдәрен саф башҡорт телендә сәләмләне. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында видеояҙма күрһәтелде. Шулай уҡ ойоштороусылар тарафынан республика тураһында кроссворд та әҙерләнгәйне.
«Уҡыйбыҙ, беләбеҙ» мәғариф инновация проекты ил кимәлендә 2014 йылда старт ала. Ул оҙайлы стационар дауалауҙа булған балалар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостан проектта 2021 йылдан ҡатнаша. Республика балалар клиник дауаханаһында уҡытыу-тәрбиә эше һигеҙ йүнәлеш буйынса ойошторолған. Кескәй пациенттар йәнһүрәт төшөрөү, робототехника, 3д-моделләштереү серҙәренә төшөнә.