Улар ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа фекерҙәре менән уртаҡлашып, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һорауҙарын иғтибарға алды. Көнбайыш илдәре төрлө милләт, төрлө конфессия вәкилдәре араһында ғауға ҡуптарып, бола сығарғанда йәмғиәт берҙәмлегенең әһәмиәте билдәләнде.
Башҡортостанда төрлө дин вәкилдәре быуаттар дауамында тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Республикала конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға, бер йүнәлештә эшләүгә ҙур иғтибар бүленә. Республикала дини конфессиялар араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеү даими алып барылырға тейешле бурыс.