Макулатура тапшыр ҙә, тәбиғәткә ярҙам ит! Республикала «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. Экологик сараға Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Акция сиктәрендә йыйылған макулатуранан төҙөлөштә ҡулланыла торған йылытҡыс эшләнә. Уны эшләү процесы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Ҡатырға, гәзит-журналдар, дәфтәрҙәр һәм әҙәби ҡиммәте булмаған китаптар... Макулатураға ҡағыҙҙың барлыҡ төрҙәре ҡабул ителә. Эшкәртелгән ҡағыҙҙан тәбиғи йылытҡыс алына.
Макулатура өлөштәргә бүленеп үҙенсәлекле «тирмән»гә оҙатыла. Ике ҡат ваҡлау этабын үткән сеймал пресланып ныҡлы тоҡтарға тултырыла. Бер сәғәт эсендә ярты тонна, йәғни 30 тоҡ йылытҡыс әҙерләнә. «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тапшырған 177 килограмм макулатуранан 15 тоҡ йылытҡыс сығасаҡ. Яҡын арала студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн экускурсиялар үткәреү күҙаллана. Был үҫеп килгән быуында ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү, шул иҫәптән сүп-сарҙы айырым йыйыу ғәҙәтен булдырасаҡ, тигән фекерҙә министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре. Ҡалдыҡтарһыҙ етештереү эше менән «Экомамыҡ» ойошмаһы ярты йыл шөғөлләнә.
10 октябрҙә старт алған экологик акция сиктәрендә әле үк 5 тонна макулатура йыйылған. Иң күбе - 3 тоннаны Илештәр тапшырған, Благовещен районы 2 тонна ҡағыҙ ебәргән. Әле Салауат ҡалаһынан да сеймал алып киленә.
«БумБатл» экологик акцияһына ҡушылырға һуң түгел. Ул 15 ноябргә тиклем дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова