Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосына арналған оҫталыҡ дәресе үтте

Ижади проектта 45 бала ҡатнашып, билдәле әҫәр персонаждарының ағас һындарын биҙәне. Сара «Бикбайман» заманса дизайн студияһы тарафынан ойошторолдо. Үҫеп килгән быуынды декоратив-ҡулланма сәнғәткә өйрәтеү ижади һәләттәрҙе асыуға булышлыҡ итә, бәләкәй моторика үҙаллылыҡты үҫтерә. Йәмәғәт ярҙамы штабы майҙансығында көн дә тиерлек бушлай саралар - лекция, консультация, семинар, тематик кинодәрестәр, ижади кисәләр уҙғарыла.