Республикала “Башҡортостан” полкы яугирҙәренә гуманитар ылау әҙерләнә

Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ярҙам тупланыуы тураһында белдерҙе. Шәхси посылкаларҙы 3 ноябргә тиклем тапшырырға була. Һалдаттарға мейес, генератор, йылы сатыр, йоҡо тоғо, йылы кейем, шәкәр ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ квадрокоптер, рация, төндә күреү приборы, тепловизорҙар кәрәк. Спиртлы эсемлек, осло әйберҙәр, тиҙ иҫкерә торған аҙыҡ-түлек ебәреү тыйыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендә танышырға була.