Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизацияланыусы ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Өфө-Арена» боҙ һарайы алдына хәрбиҙәрҙе юлға оҙатырға уларҙың ғаиләләре, яҡындары йыйылды. Республика башлығы исеменән яугирҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәгәндә, яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ, сөнки уларға тейешле ярҙам күрһәтелә, тип билдәләне ул сығышында.

Башҡортостан хәрбиҙәргә ике аҙна һайын ылау оҙата. Ошо көндәрҙә республиканан яугирҙар өсөн 99-сы гуманитар ярҙам әҙерләнә. Ир-егеттәргә йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк- яраҡтары, генератор, квадракоптер кеүек техника һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр оҙатыла.