Өфөлә Михаил Рабиновичтың исеме мәңгеләштерелде

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Михаил Рабиновичтың хәтере мәңгеләштерелде. Танылған режиссер йәшәгән Достоевский урамындағы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, сәскә гөлләмәләре һалынды.

Тантаналы сарала мәҙәниәт министрлығы етәкселеге, билдәле сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. 1984 йылда Михаил Исакович Рус драма театры баш режиссеры итеп тәғәйенләнгән, сирек быуатҡа яҡын - 2021 йылға тиклем уның художество етәксеһе булып эшләй. Ул ҡуйған спектаклдәр театр репертуарында лайыҡлы урын биләй, халыҡ һөйөүен яулаған.