Артур Ғәлиев 2001 йылдың 20 сентябрендә Өфөлә тыуа. Колледж тамамлай. Һөнәре буйынса янғын һүндереүсе. Диплом алғас та, Ҡораллы көстәр сафына баҫа. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөй. 2022 йылдың 24 февраленән алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Артур алғы һыҙыҡта ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, яуҙаштарын ҡотҡара, дошмандың мөһим документтарын ҡулға төшөрә. 2022 йылдың майында Ҡыҙыл Лиманда барған алыштарҙың береһендә ҡаты яралана. “Ерҙә ятҡанда ҡустым күҙ алдыма баҫты. Ул бер үҙе нимә эшләр тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Барлыҡ көстө туплап, шыуыша башланым. Эвакуация пунктына тиклем 300 метр үткәнмен”, - тип хәтерләй Артур. Был алышта ул бер ҡулын юғалта.
Бөгөн яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта булған яугирҙәргә ярҙам итә. Ир-егеттәр өсөн гуманитар ылау туплау менән шөғөлләнә. Киләсәктә Өфөнөң янғын һағы идаралығына эшкә урынлашырға ниәтләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМахсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн Артур Ғәлиевҡа Рәсәйҙең Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Суворов миҙалы тапшырылған. Быйыл 9 майҙа республика башлығы Радий Хәбиров Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне. “Ата-әсәйем минең менән ғорурлана. Был наградалар хәрбиҙәр өсөн абруйлы бүләк. Яҡындарым һәм дуҫтарым алғы һыҙыҡтан иҫән-һау ҡайтыуыма шатлана”, - ти һалдат. “Үҙемде ҡаһарман тип һанамайым. Ил алдындағы бурысымды ғына үтәнем”, - ти ул. Быйыл 10 сентябрҙә Артур Ғәлиев 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды.
Артур Ғәлиев беҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.