Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Күләмле программа буйынса 2023 йылға төҙөкләндерелергә тейеш бөтә биләмәләр тәртипкә килтерелгән. Ултырышта йылытыу миҙгеле менән бәйле ҡатмарлыҡтар, Өфө урамдарында юл ремонты һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Шәмбе Өфөлә Октябрь революцияһы урамындағы юл участкаһы төҙөкләндереүҙән һуң асылды һәм Цюрупа - Яңы Күпер йүнәлештәрендә машиналар хәрәкәте тергеҙелде. Әммә шул уҡ ваҡытта Пушкин урамында сираттағы ремонт ойошторолдо һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың иғтибарын йәлеп итте. Төбәк етәксеһе төҙөлөштөң тамамланыу ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды, әммә билдәләнгән аныҡ дата хәбәр ителмәне.
Оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгеле менән бәйле һорауҙар ҡаралды. Баш ҡаланың Калинин районында һәм дүрт муниципалитетта йорттарға йылы ебәреү менән ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән. Һалҡын көндәрҙә был хәл мөмкин тиклем тиҙ ваҡыт эсендә көйләнергә тейеш, шуға ла ваҡиғаға махсус эшсе төркөм йәлеп ителәсәк.
«Башҡортостан ихаталары» программаһының үтәлешенә килгәндә быйыл төҙөкләндерелергә тейешле 206 биләмәнең һәр береһендә эш тамамланған. Быйыл программаны финанслау 200 миллион һумға артты һәм муниципалитеттар сығымдары менән бергә 1 миллиард 272 миллион һум тәшкил итә. Йөҙәрләгән ихатаны тәртипкә килтерергә булышлыҡ иткән программаны артабан дауам итәсәк тип килешенде.
Мәктәп уҡыусыларына йәйге ялды ойоштороу мәсьәләләре иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Республика тиҙ төҙөлә торған корпустарҙы сафҡа индереү буйынса федераль конкурста еңеүселәр исемлегенә ингән. Проектҡа ярашлы, киләһе йылға малай-ҡыҙҙарҙың каникулын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн тағы ла 5 корпус төҙөлөшө көтөлә. Был корпустар ярҙамында меңдән ашыу балаға лагерҙа ял итеү мөмкинлеге тыуа.
Флорида Ким