Өфөнөң Муса Гәрәев урамында транспорт хәрәкәте тергеҙелде

Ул Комсомол менән Рудольф Нуриев урамдарын тоташтырҙы. Урамдың оҙонлоғо ҙур түгел - 493 метр булһа ла, баш ҡала өсөн ул мөһим объект. Муса Гәрәев урамы асылыу менән әле төҙөлөп яҡтан Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгенә юл барлыҡҡа килде. Урамды төҙөүҙә заманса технологиялар ҡулланыла: термопластика ярҙамында юл һыҙаттары һыҙылған, тактиль плитәләр һалынған, 77 юл билдәһе ҡуйылған. Объект ваҡытынан алда сафҡа индерелде.

Муса Гәрәев урамында парковка урындарын арттырыу маҡсатында эш документацияһына үҙгәрештәр индерелгән. Өҫтәмө рәүештә 134 парковка урыны булдырылған. Объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы ҡатнашты. Ратмир Мәүлиев баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләү сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ пландар менән бүлеште.