Республикала янғындар менән бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Йыл башынан утта 204 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-е бала. Был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 28 кешегә күберәк.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре Хөкүмәттә уҙған комиссия ултырышында тикшерелде. Белгестәр билдәләүенсә, фажиғәле осраҡтарҙың төп сәбәптәре шул уҡ ҡала. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Янғындарҙың 90 проценттан ашыуы торлаҡ йорттарҙа, йорт яны ҡаралтыларында һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә теркәлә. Комиссия ултырышында янғындар һәм һәләк булыусылар һанын кәметеү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул ителде. Шулай уҡ белгестәр оҙайлы байрам көндәре алдынан республика халҡына янғын хәүефһеҙле талаптарын теүәл үтәүҙе һорап мөрәжәғәт итте.