Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан беренсегә ойошторолған сара алты йөҙҙән ашыу белгесте берләштерҙе. Пленар ултырыш, тематик секциялар һәм күргәҙмә залдарындағы эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.
Йылайыр ауылының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы нигеҙендә мәғариф эшмәкәрлегенең инженер-техник йүнәлеше буйынса ресурс үҙәк ойошторолған. Өҫтәмә белем биреү педагогтары, тәрбиәселәр аҡыллы уйынсыҡтар ярҙамында балаларҙы техник ижадҡа, элементар физика һәм 3Д-моделләштереүгә өйрәтә. Робототехникаға айырыуса иғтибар. Киләһе йыл мәктәпкәсә учреждение башланғысы менән Урал аръяғында «Робобум» тип исемләнгән фестиваль ойоштороу ҙа ҡаралған.
Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының беренсе республика форумында ҡатнашыусылар балалар баҡсалары нигеҙендә ойошторолған зональ ресурс үҙәктәрҙең эш тәжрибәһе менән танышты. Аҡыллы быуын тәрбиәләүҙә һәр ҡайһыһы заманса алымдар, яңы мәғариф программалары, инновация проекттары ҡуллана. Күрһәтмә материалдар ҡул эштәре менән дә башҡарылған.
2020 йылдың көҙөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Халыҡ-ара форумында Радий Хәбиров туған телдәрҙе балалар баҡсаһынан уҡ өйрәтеү мөһимлеген билдәләгәйне. Һөҙөмтә булараҡ Өфөлә «Аманат» беренсе полилингваль балалар баҡсаһы асылды. Бөгөн республикала етмеш төркөм эшләй. Кескәй йөрәктәрҙә күп милләтле халҡы булған республикаға һөйөү уятыу, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ҙә - мәктәпкәсә учреждениеларҙың яуаплы бурысы. Форумда үҫеп килгән быуын өсөн тәғәйенләнгән үҫтереүсе төрлө уйындар ҙа тәҡдим ителде. Проекттарҙың күбеһе сентябрҙә Өфөлә уҙғарылған «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивалендә юғары баһаланған.
Форум сиктәрендә «Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте» темаһына пленар ултырыш уҙғарылды. Артабан эш тематик майҙансыҡтарҙа дауам итте. Белгестәр тармаҡҡа кадрҙар әҙерләү, остазлыҡ эшен алып барыу, берҙәм инклюзив мәғариф киңлеге булдырыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Ведомство етәксеһе сараның йыл да уҙғарылыуына оло ышанысын белдерҙе. Шәхестең формалашыуына нигеҙ ҙә бит тап балалар баҡсаларында һалына.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының иң яҡшы педагогтары республика кимәлендә ярты миллион һумлыҡ ҡеүәтләү сараһына ла дәғүә итә. Апрелдә үткән «Ҡанатлан» форумы һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров тармаҡ белгестәренә гранттар бүлеү тәҡдимен хупланы. Әлегә тейешле норматив-хоҡуҡи база әҙерләнгән, тиҙҙән конкурс нигеҙендә илле педагог, тәрбиәсе һайлап алынасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина