Өлкән быуынды хәстәрләп. Өфөлә демография милли проекты сиктәрендә геронттология корпусы төҙөлә. Әлеге ваҡытта бинаны тотоп торған төп терәүҙәрҙең 70 проценты ҡоролған. Республика өсөн мөһим социаль объектты төҙөүселәр янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Сәлим Вәлиев төҙөлөштә ике тиҫтә йылдан ашыу. Ара йыраҡ тип тормай, Шишмә районы Алкин ауылынан йөрөп эшләй. Өлкән быуын вәкилдәре йәшәйәсәк һәм сәләмәтлеген нығытасаҡ бина йылы, уңайлы булһын өсөн төҙөүселәр эште дәүләт стандарттарына яуап бирерлек сифатлы итеп башҡарырға тырыша.
Объектта төҙөлөш эштәре бер сменала үтәлә һәм 45 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Бина түңәрәк формала ҡороласаҡ, уның күсәре билдәләнгән. Төҙөлөш барған биләмәлә эшкә ҡамасаулған ағастар ҡырҡылып ситкә сығарылған, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған.Әлеге ваҡыта һыу һәм электр селтәрҙәренә тоташыу мөмкинлектәре барлана.
Республика геронтология үҙәге яңы корпусының дөйөм майҙны 5 мең квадрат метр тәшкил итә. Бында даими йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырыуҙан тыш, һауыҡтырыу һәм хеҙмәт терапияһы буйынса медицина реабилитацияһы үткәреү ҙә ҡаралған.
Әлеге ваҡытта республиканың 61 социаль обьектта төҙөлөш эштәре бара. Был объекттарҙың файҙаланыуға тапшырылыуы өлкән кешеләрҙең ғүмерен оҙайтырға, төбәктә демографик күрһәткестәрҙе лә яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Демография милли проекты сиктәрендә төҙөлөүсе социаль объект 50 урынға иҫәпләнгән. Бында шулай уҡ сәләмәтлекте нығытыу өсөн бассейн һәм спортзал буласаҡ. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр кирбестән стеналар бүлә. Социаль объект 2026 йылдың октябрь аҙаҡтарына файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова