Бөрйән районы уҡыусылары Өфө сәхнәһен яулай. Балалар баш ҡала халҡына «Урал батыр» эпосы буйынса сәхнәләштерелгән театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Башҡорт халыҡ эпосы буйынса сәхнә әҫәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов ҡуйған. Ижади коллективтың Өфөгә сәфәрен «Атайсал» проекты сиктәрендә Бөрйән районы хакимиәте һәм яҡташтар берлеге ойошторған. Бөрйән уҡыусыларының тәьҫораттарын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Аҡ, ҡара таҫмалар, кейем. Спектаклдә был төҫтәр айырмаһы ғына түгел, изгелек һәм яуызлыҡ, ғәҙеллек һәм ялғанлыҡ көрәше, көн менән төн сағылышы, Урал менән Шүлгәндең асылы. Тарихи эпос буйынса театрлаштырылған тамаша заманса итеп, махсус эффекттар, экран ҡулланып ҡуйылған. Әммә әҫәрҙең төп фәлсәфәһе, мәңгелек ҡиммәттәр һаҡланған. 30 йылға яҡын Бөрйән балаларын Урал батыр рухында тәрбиәләүгә күп көс һалған Роза Шәриф ҡыҙы фекеренсә, был тамаша йылдар дауамындағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.
«Урал батыр» эпосы буйынса музыкаль-хореографик спектаклде Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов ҡуйған. Тамашала 60-ҡа яҡын бала ҡатнаша, улар төрлө синыф уҡыусылары. Йәғни, быуындар сылбыры һаҡлана. Сығарылыш синыфтарына Урал батыр рухында тәрбиәләнгән алмаш үҫә.
Уҡыусыларҙың Өфөгә сәфәрен «Атайсал» проекты сиктәрендә Бөрйән районы хакимиәте һәм яҡташтар берлеге ойошторған. Балалар баш ҡала тамашасыһы алдында сығыш яһауҙан тыш, Өфөнөң тарихи-мәҙәни урындарында булды, ял итте.
Тотош ижади коллективтың бер ғаилә булып Урал батыр рухында тәрбиәләнеүе лә, өлкәндәрҙең йәш быуындың тырышлығын хуплап күтәреп алыуы ла, дәртләндереп оло сәхнәгә сығарыуы ла иғтибарға лайыҡ. Сөнки бала күңеленә илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тап ошондай башланғыстарҙан һалына.
Рәмзиә Кәримова