Өфө машиналар төҙөү колледжының кадрҙар әҙерләү үҙәгендә «Беҙ - профи!» амбассадорҙары менән осрашыу үтте. Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған сара урта белем биреү системаһын уңышлы тамамлаусыларҙың тәжрибәһен йәш студенттарға тапшырыуға йүнәлтелгән.
Осрашыуға Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе хеҙмәткәрҙәре Илнур Сөләймәнов менән Милена Игнатюк саҡырылды. Улар студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыуҙы «Профессионалитет» федераль проектының рәсми төркөмөндә трансляцияланған тура эфирҙа Рәсәйҙең төрлө урта белем биреү уҡыу йорттары студенттары ҡараны.