Баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда Художестволы эшмәкәрлек буйынса Республика бәйгеһе уҙҙы

Таланттың мең төҫө. Художестволы эшмәкәрлек буйынса Республика бәйгеһе баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Хеҙмәт коллективтары араһында үткән ижади сара республиканың төрлө предприятиеларынан 150-нән ашыу хеҙмәткәрҙе берләштерҙе. Бәйге 3 этапта уҙған. Йәмғеһе конкурсҡа республиканың 17 районынан 50-нән ашыу заявка ҡабул ителгән, финалға уларҙың яртыһы ғына үткән. Баһалама комиссияһы йыр, бейеү, театр сәнғәте һәм башҡа номинацияларҙа иң яҡшы коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы билдәләне.