Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар яңы мәкерле алым уйлап тапҡан. Таныш булмаған кешеләр үҙҙәрен банк хеҙмәткәре булараҡ таныта һәм иҫке 5 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны яңыһына алмаштырырға тәҡдим итә. Яңы банкнот 16 октябрҙә файҙланыуға сыҡты. Элекке ҡағыҙ аҡсалар ҙа әйләнештә ҡала. 5 мең һумлыҡтарҙы алмаштырырға тәҡдим иткән кеше – мутлашыусы, уға ышанырға ярамай, тип иҫкәртә белгестәр.