Башҡортостан Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡаҙаныштары менән таныштыра

4 ноябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы йортонда ҙур экспозиция асыла. Унда бөтә төбәктәр ҡатнаша. Беҙҙең республика мәҙәни, туристик, инвестиция, сәнәғәт өлкәһендәге уңыштарын тәҡдим итә. Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Сарала Башҡортостан күсмә халыҡ тормошонан пилотһыҙ осҡостарға тиклем концепция менән таныштыра”, - тип дауам итә Маргарита Болычева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы апрелгә тиклем дауам итә. Уның барышында 3 декабрҙә Башҡортостан көнө уҙғарыла. Бында халҡыбыҙ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған никахлашыу тантанаһы ла башҡарыла.