Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Сергей Михалев скверы асыла

  Унда резина япмалы балалар майҙансығы эшләнде, йәйәүлеләр өсөн юл һалынды, яҡтыртҡыстар һәм видеокамералар ҡуйылды. "Салауат Юлаев"тың элекке тренеры исемендәге сквер Спорт һарайы янында урынлашҡан. Юлаевсылар Сергей Михалев  етәкселегендә тәүге тапҡыр чемпион булды.