Радий Хәбиров аграр өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонна залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған иллегә яҡын белгес абруйлы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Башҡортостан башлығы һөнәри байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ауыл хужалығының республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ауыл эшсәндәре көсө менән төбәк ышаныслы алға бара.
Радий Хәбиров тармаҡ ветерандары менән таныштырып, залда ултырыусыларҙың һәр ҡайһыһы тураһында йылы һүҙ әйтергә мөмкин тине. Республика халҡы исеменән иртәгәһе көнгә ышаныс булдырыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ауыл хужалығы уңғандары ил кимәлендә лә лайыҡлы баһалана Илеш районының «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводы генераль директоры Айҙар Мөхәрләмовҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме тапшырылды.