Республика перинаталь үҙәгендә өс игеҙәк донъяға килгән

Ике ҡыҙ һәм бер малай тыуғандан һуң өс тәүлек кислород терапияһында. Дүртенсе тәүлектә сабыйҙар әсәһе эргәһенә палатаға күсерелә. 21 октябрҙә донъяға килгән сабыйҙар бөгөн перинаталь үҙәктән өйҙәренә ҡайтарылды. Күп балалы ғаиләнең шатлығын БЮТ ижади төркөмө уратҡлашты

Өс игеҙәк араһынан ауырлығы буйынса иң ҙуры малай, сабый 2 кг 300 г ауырлыҡта тыуған. Уның апаһы бер аҙ еңелерәк - 2 кг 60г ауырлыҡта. Кинйә ҡыҙ бала иһә 1 кг 930 грам. 35-се аҙнала тыуған сабыйҙар тәүге тапҡыр өйҙәренә ҡайтырға әҙерләнә. Уларҙың әсәһе Алина Кәримова яңы режимда йәшәргә күнегә.

Өс игеҙәк бала табасағымды белгәс, аптырашта ҡалдым. Әлбиттә, ҡурҡтым, хәүефләндем, хатта психологҡа мөрәжәғәт иттем. Бөгөн барыһы ла яҡшы, балалар имен-һау, табиптарға ҙур рәхмәт, бар яҡлап та ярҙам иттеләр.

Алина Кәримова, күп балалы әсә

Тәбиғәттә өс игеҙәктең тыуыуы һирәк күренеш, 35-40 мең тыуым араһында бер тапҡыр осрай. Бындай сабыйҙар ғәҙәттә етлекмәй тыуа. Һәр бала үҙ плацентаһында булыу сәбәпле, кескәйҙәр операция ярҙамында донъяға килә. Республикала йыл башынан ике ғаиләлә өс игеҙәк бала тыуған.

Өс игеҙәк йөклөлөгө ҡағиҙә булараҡ бик ҡатмарлы. Төрлө сәбәптәр арҡаһында сабыйҙарҙың ваҡытынан алда, етешһеҙлектәр менән тыуыу ихтималлығы ҙур. Был осраҡта балалар тейешле ауырлыҡ йыйҙы, барыһы ла сәләмәт тыуҙы. Был әсәнең һәм табиптарҙың тырышлығы һөҙөмтәһе.

Ирина Фәтҡуллина, Республика перинаталь үҙәгенең акушер-гинекология ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары

Сабыйҙарҙы - Ангелина һәм Афинаны һәм әлегә исемһеҙ малайҙы 10 йәшлек ағаһы һәм туғандары ҡаршы ала. Әсәнең ҡулында гөлләмә , ә шулай ҙа иң ҙур бүләк - өәләмәт тыуған өс игеҙәк.

Лилиә Мәҡсүтова