Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

Сара сиктәрендә Башҡортостан агросәнәғәт комплексында иң яҡшы 11 район билдәләнде. Хужалыҡтарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнһә, ураҡ эшендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ауыл эшсәндәре «Нива» автомобиле асҡыстары алды. Бәхетле исемлеккә эләгеүселәр менән БЮТ иажди төркөмө лә осрашты. 

Колонна залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған иллегә яҡын белгес абруйлы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙал һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Башҡортостан башлығы һөнәри байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ауыл хужалығының республика өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Тап аграрийҙар көсө менән төбәк ышаныслы алға бара.

Радий Хәбиров тармаҡ ветерандары менән таныштырып, залда ултырыусыларҙың һәр ҡайһыһы тураһында йылы һүҙ әйтергә мөмкин тине. Ауыл хужалығы уңғандары ил кимәлендә лә лайыҡлы баһалана. Илеш районының «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводы генераль директоры Айҙар Мөхәрләмов та хәҙер Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен йөрөтә.

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте көнөнә арналған тантаналы сара «Торатау» Конгресс-холлында дауам итте. Ҙур сәхнәлә иген, сөгөлдөр йыйыу компбайндары, үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары, механизаторҙар һәм йөк машиналары водителдәре тәбрикләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеү яулаусылар Радий Хәбиров ҡулынан автомобиль асҡыстары алды.

Өфөнөң «Торатау» конгресс холлы алдындағы майҙанда утыҙ өр-яңы нива автомобилдәре теҙелгән. Тимер аттар ялан-ҡырҙарҙы комбайнда иңләүселәргә - ураҡ батырҙарына тәғәйенләнгән. Был яҙыуҙы күрәһегеҙ икән, тимәк машина менән республиканың иң яҡшы механизаторы идара итә.

Бүләкләнеүселәр араһында йәше лә, олоһо ла бар. Абруйлы һөнәр эйәләре билдәләүенсә, республика кимәлендә еңеү яулап, автомобилле булыу эшкә ҡарата яуаплылыҡты йәнә арттыра ғына.

Уҙған йылдағы кеүек, иген культураларын йыйыуҙа Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары алдынғы урынға сыҡҡан, ике йөҙ мең тонна уңыш келәттәргә һалынған. Тантаналы йыйылышта Башҡортостан агросәнәғәт комплексында иң яҡшы муниципаль берәмектәр ҙә иғлан ителде. Радий Хәбиров тармаҡтың тиҙ үҫешеүен, иҡтисад флагманы булыуын билдәләне.

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. Бөгөн уларҙың һаны дүрт йөҙҙән ашыу, район-ҡалаларҙа киң ассортиментлы сифатлы продукция етештерелә.

Ауыл хужалығы предприятиеларын техник яңыртыуға ла иғтибар йүнәлтелә. Йыл һайын төбәк аграрийҙары дүрт йөҙҙән ашыу яңы трактор, ике йөҙ иген урыу комбайны һәм башҡа заманса техника һатып ала. Тармаҡты үҫтереүгә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан да ҙур суммалар бүленә.

Гөлназ Хәйбуллина