«Башнефтегеофизика» компаниялар төркөмө Республика кардиология үҙәгенә ике ультратауыш ҡоролмаһы тапшырҙы. «Башнефтегеофизика» предприятиеһы социаль проекттарҙа, хәйриә ярҙамы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Акционерҙар йәмғиәте коронавирус эпидемияһы осоронда Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының ковид ауырыуҙар ятҡан палаталарын кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыуҙы ойоштора.
Предприятие кардиология үҙәге менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. «Башнефтегеофизика» хеҙмәткәрҙәре дауаханала ятҡан балаларға уйынсыҡтар, һыҙма материалдар алып килә. Был юлы компания медицина учреждениеһына заманса ультратауыш ҡоролмалары бүләк итергә булған. Сөнки һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланыусылар арта. Ә ауырыуҙы ваҡытында диагностикалау, дауалау кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итә.
Кардиология үҙәге табиптары әйтеүенсә, медицина тикшеренеүе үтергә килеүселәр күп, яңы ҡоролмалар көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға, диагностика сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Республика кардиология үҙәгенең поликлиникаһы аша йыл һайын 17 меңдән ашыу пациент үтә. Үҙәктә йылына 16 мең операция яһала.