Өфөлә Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Икмәк бешереүсе, энергетик, тракторсы. Ерҙе әҙерләүҙән алып продукцияны эшкәртеүгә тиклем ауыл хужалығының бөтә тармаҡтарын агросәнәғәт комплексы берләштерә. Ошо өлкәлә тир түккән хеҙмәткәрҙәр төбәкте сифатлы продукция менән тьәмин итә. Тармаҡ алдынғылары бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналған тантанала тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.

Көйөргәҙе районы хужалыҡтарының береһе борон ата-бабалар йәшел сәй итеп ҡулланған киндер төрөн үҫтерә. Үҫемлектең һәр япрағы ҡул менән йыйып киптерелә. Уның файҙалы сифаттары күп. 2021 йылда эш башлаған кооператив киләсәктә киндер майын һығырға, үҫемлектең һабағын эшкәртеп, туҡыма өсөн еп эшләргә ниәтләй.

Ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәһендә ҡаҡланған ит, балыҡ, икмәк төрҙәре тәҡдим ителгән. Улар барыһы ла ауыл эшсәндәренең намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе. Тармаҡ алдынғыларын Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры ҡотланы. Бөгөн иҡтисади, матди-техник ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, баҫыу һәм хужалыҡтарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итәһегеҙ, халыҡтың мул тормошта йәшәүен тәьмин итәһегеҙ тип билдәләне Андрей Назаров. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн ауыл эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

Быйылғы һауа торошо күп хужалыҡтар өсөн ҙур һынау булды. Сәсеү кампанияһы тамамланыу менән 10 градусҡа тиклем түбәнәйгән һалҡындарҙы эҫе һауа торошо алыштырҙы. Был иген культуралары, шулай уҡ ҡарабойҙай баҫыуҙарының уңдырышлылығы кәмеүенә килтерҙе. Шуға ҡарамаҫтан төбәктә йыйып алынған уңыш беҙҙең эске ихтыяждарыбыҙҙан күпкә юғарыраҡ.

Республикала эре агросәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән бәләкәй хужалыҡтар, урта агропредприятиелар ҙа киңәйә.

Ер эшсәндәре техника һатып ала, келәттәр төҙөй, малсылыҡ биналарын ремонтлай - тармаҡ үҫешә. Республиканың агросәнәғәт комплексының дөйөм күләмендә шәхси хужалыҡтарҙың өлөшө лә кәмемәй: ул 35-40 процент кимәлендә ҡала.

Лилиә Мәҡсүтова