«Башавтотранс» предприятиеһының транспорт паркы 20 яңы Ютонг менән тулыланды

Өфөнән төбәк, ҡала-ара маршруттарға яңы, заманса автобустар йөрөй башлай. Бөгөн «Башавтортранс» предприятиеһының транспорт паркы 20 яңы Ютонг менән тулыланды. Водителдәргә автобус асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Транспрорт саралары Башҡортостандан Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына пассажирҙар ташыясаҡ. Улар шулай уҡ 2024 йылда «Рәсәй - спорт державаһы» форумы ҡунаҡтарын һәм Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларҙа ҡатнашыусыларҙы хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, 2023 йылдың июнендә лә предприятиеға ошондай автобустар тапшырылғайны. Улар, республика буйлап пассажирҙар ташыуҙан тыш, алыҫ араға йөрөүсе маршруттарҙа ла файҙаланыла.

Радий Хәбиров Өфөнөң 1-се пассажирҙар автотранспорты предприятиеһы биләмәһендә сафҡа индерелгән водителдәр өсөн яңы модулле ятаҡты ҡараны. Ул 102 урынға иҫәпләнгән. Бында йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған, туҡланыу, душ бүлмәләре, кер йыуыу машиналары һәм киптереү ҡоролмалары ҡуйылған.