Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы халҡы һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡуйылған мемориал комплексты яңыртты

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығы мәңгелек. Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы халҡы һуғыш һәм тыл ветерандарына 70-се йылдарҙа ҡуйылған мемориал комплексты яңыртты. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының ташҡа яҙылған исемдәре шул килеш ҡалдырылған. Биләмә киңәйтелеп, уңайлыҡтар булдырылған. Киләһе йыл эргә -тирәгә сәскәләр ултыртыу ҙа ҡарала. Проект «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Изге ғәмәлде тормошҡа ашырыуҙа тотош ауыл халҡы ҡатнашты. Уның һөҙөмтәһендә, дәүләттән дә ярҙам күрһәтелә. Яңыртылған мемориал комплексты Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асырға уйлайбыҙ. Һәм киләһе йылдан бар иҫтәлекле саралар ҙа ошонда үтәсәк.

Юрий Васильев, ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы