Билдәле башҡорт ғалимы, телсе- тюрколог, йәмәғәт эшмәкәре, остаз Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың ғилми ҡаҙаныштарына арналған сара Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә үтә. Конференцияла Рәсәй төбәктәренән ғалимдар, телселәр, шулай уҡ сит илдәрҙән белгестәр гуманитар фәндәр торошо тураһында фекер алыша.
Конференция сиктәрендә милләтебеҙҙең алтын фондын тәшкил иткән шәхестәрҙең береһе - Зиннур Ураҡсин иҫтәлегенә хәтер бүлмәһе асылды. Унда филологтың ғилми хеҙмәттәре, төрлө осорҙа баҫылған китаптары һаҡлана. Шул иҫәптән уның һуңғы әҫәре, үҙе үлгәндән һуң баҫылып сыҡҡан «Тәҙрә уйыусы» повесы ла бар.