Башҡортостан Башлығы хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне

Бөгөн Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ил һәм республика наградаларын тапшырҙы. “Халыҡтың берҙәм булыуы, Ватанға тоғролоҡ, уның һағына баҫырға әҙер тороу именлек һәм татыулыҡ өсөн төп шарт булып тора”, - тине Башҡортостан етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Награда алыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Өфө районы Алексеевка мәктәбенең химия уҡытыусыһы  Рита Халиҡоваға “Рәсәйҙең атҡаҙанған педагогы” тигән исем бирелде. Башҡорт дәүләт драма театры артисы Рәүис Заһитовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.