«Башавтотранс» предприятиеһының техника паркы 20 яңы «Ютонг» менән тулылынды

Өфөнән төбәк, ҡала-ара маршруттарға заманса яңы автобустар йөрөй башлай. Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһының техника паркы 20 яңы «Ютонг» менән тулылынды. Водителдәргә автобус асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Руль артындағыларҙың тәүге тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Автобус водителдәре яңы, уңайлы техникаға ҡыуанып бөтә алмай.Транспорт сараһында спутник навигацияһы, тахограф, электрон ҡоролмалар зарядкаһы кеүек заман технологиялары ла, хәүефһеҙлек талаптары ла ҡаралған.

Ютонг автобусы 53 урынға иҫәпләнгән. Транспорт сараһы ҡала, төбәк-ара маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк. Заманса техниканы күләмле форумдар ваҡытында туристарҙы йөрөтөү өсөн дә ҡулланыу ҡарала.

Хужалар әйтеүенсә, яңы транспорт сараһында хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, видеокамералар, экрандар булыуы туҡтаған, ҡуҙғалған, икенсе һыҙатҡа күскән йәки урап үткән ваҡытта бик уңайлы. Юл йөрөүселәр өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырылған.

Ҙур класлы был автобустар алыҫ араларға йөрөү йәки турист маршруттары өсөн иҫәпләнгән. Шуға күрә лә транспорт сараһында пассажирҙар өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған, иркен салон, багаж ҡуйыу урындары, көйләнә торған ултырғыстар. Йәғни алыҫ юлды ла арымай талмай үтергә мөмкин

«Башавтотранс» предприятиеһы етәкселеге билдәләүенсә, транспорт паркын яңыртыу даими рәүештә алып барыла. Йыл аҙағына тиклем ҡала маршурттары өсөн ҙур һәм бәләкәй класлы 250 автобус килеүе көтөлә. Ә ютонгтар бөгөндән иң алыҫ тип иҫәпләнгән йүнәлештәр буйынса ҡуҙғала.

Предприятиела водителдәрҙең хеҙмәт шарттары ғына түгел, йәшәү рәүеше хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Әле урында 102 урынға иҫәпләнгән заманса ятаҡ сафҡа индерелә. Объектта йәшәү, туҡланыу, ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Алыҫ райондарҙан эшкә килгән водителдәр эш сменаһында ятаҡта йәшәй ала. Шарттар кадрҙар ҡытлығын кәметергә булышлыҡ итәсәк, уңышлы башланғыс, тине Башҡортостан башлығы.

Предприятие был йүнәлештәге эшмәкәрлекте киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй. Сөнки әлеге заманда хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡ көслө, уны өҫтөнлөклө шарттар тыуҙырып ҡына еңергә мөмкин.

Рәмзиә Кәримова