Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге юғары исемдәргә, орден-миҙалдарға алты тиҫтәгә яҡын һөнәр эйәһе лайыҡ булды. Башҡортостан башлығы бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп уларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Был залда төрлө һөнәр эйәләре йыйылған, әммә һәр берегеҙ үҙенең белемен, көсөн тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлаған.
Республиканың уңыш-ҡаҙаныштары артында һеҙҙең дөйөм, тырыш эшмәкәрлегегеҙ ята, тине Башҡортостан башлығы. Ә бөгөнгө шарттарҙа беҙ татыулыҡ, тыныслыҡ нигеҙендә тап берҙәмлек ятыуын аңлайбыҙ. Радий Хәбиров Республика халҡының берләшеп алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә гуманитар ылауҙар оҙатыуын да, Донбасҡа ярҙам итеүен дә билдәләп үтте.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, милләт вәкилдәре бар. Һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы. Халыҡ сәләмәтлеге һағында торған табиптар, илдең иҡтисади ныҡлығын тәьмин иткән ҡеүәтәле предприятиелар етәкселәре, төҙөүселәр, мәҙәниәт, мәғариф, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре. Һәр береһенең тормош һәм хеҙмәт юлы Башҡортостан яҙмышы менән бәйле. Юғары дәүләт наградалары башҡарылған эштәргә баһа ғына түгел, яңы асыштарға, эҙләнеүҙәргә этәрә, ҡанат ҡуя, ти улар.