Башҡортостан ситуация үҙәгендә контракт килешеүе һорауҙары буйынса консультацияны хәрбиҙәр алып бара башланы. Колл-үҙәк эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән офицерҙар, инструкторҙар ир-егеттәргә документтар, социаль түләүҙәр, контракт хеҙмәте шарттары буйынса мәғлүмәт еткереп граждандар менән эш алып бара. Ситуация үҙәгенә контракт хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙан көнөнә 200-300 шылтыратыу ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүсе ир-егеттәр Республика ситуация үҙәгенә шылтыратып консультация ала. Талап ителгән документтар, дәүләт тарафынан финанс ярҙам, контракт шарттары һәм башҡа һорауҙар буйынса яуап алырға мөмкин.
1 ноябрҙән ситуация үҙәге эшмәкәрлегенә офицерҙар йәлеп ителде. Хәрби белгестәр контракт хеҙмәте менән бәйле һорауҙарға төплө һәм ентекле консультация ойоштороп хәрби комиссариат менән тура эш алып бара.
Башҡортостан ситуация үҙәгенә контракт хеҙмәт һорауҙары менән ҡыҙыҡһынып көнөнә 300-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булған көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы.
Флорида Ким