Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты проектын ҡарай башланы

2024 йылда килем - 289 миллиард һум тәшкил итһә, сығымдар - 299 миллиард һум күләмендә булыр тип көтөлә. Башҡортостан ҡаҙнаһы ойошмалар һәм физик шәхестәрҙең килем һалымына, акциздарға, милек һалымдарынан килгән килемгә ярашлы тулыландырыла.

Төбәктең финанс министры планлаштырылған бюджет сығымдары тураһында ла һөйләне. Халыҡҡа социаль ярҙам сараларын финанслау, йәшәү сифатын яҡшыртыу, кешеләрҙең сәләмәтлеген һәм именлеген һаҡлау, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу, инфраструктура булдырыу - өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә.

Бюджет параметрҙары 2023 йылға үҫеш менән һалынған. Шуны ла билдәләргә кәрәк: федераль ҡаҙнанан килгән бюджет-ара трансферттарҙы бүлеүгә бәйле икенсе уҡыуҙа проектҡа төҙәтмәләр ҙә индереләсәк. Бюджет дефицитына килгәндә, ул ун миллиард һум күләмендә билдәләнгән, финанс сығанаҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - финанс министры