«Емешле көҙөм» тип исемләнгән кисә Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусыларын, гәзит-журнал мөхәррирҙәрен, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Осрашыуҙа беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Әҙәбиәтебеҙҙең сағыу һәм әүҙем ҡәләм оҫталарының береһе. Миләүшә Ҡаһарманованың әҫәрҙәрен күптәр яратып уҡый, яңы ижад емештәрен, китаптарын көтөп ала. Яҙыусының хикәйә-повестары халыҡсанлығы менән күңелгә үтеп инә. Тап әлеге, еңел булмаған ваҡытта йәмәғәтселек әҙип һүҙенә, әҙәби кисәләргә мохтаж. Элек-электән дә сәсән, шағир, яҙыусылар һүҙе йәшәү йүнәлешен күрһәткән, яҡты киләсәккә өмөт биргән.
Миләүшә Ҡаһарманова өсөн көҙ генә түгел, йыл ысын мәғәнәһендә емешле булды. Әҙибәнең өс китабы донъя күрҙе. Уларҙың береһе - яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән берлектә ижад ителгән. Ғаилә институтында булған проблемаларҙы, ҡиммәттәрҙе тасуирлаған повестар уҡыусылар араһында киң таралды.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үткән әҙәби осрашыуҙа Татарстан республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Миләүшә Ҡаһарманованың татар теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре лә йыйынтыҡ булып нәшер ителде. Быға тиклем дә хикәйә оҫтаһының татар матбуғатында баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡылды, ти «Ҡазан уттары» журналы баш мөхәррире.
Емешле, алтын юбилейлы көҙөн кисергән яҙыусының халыҡсан булыуы - уның йәмғиәттә булған ихтыяжды тойоп ижад итеүенә бәйле. Заман технологиялары үҫешкән ваҡытта Миләүшә Ҡаһарманова социаль селтәрҙә лә билдәле шәхес. Уҡымлы авторҙың һәр миҙгеле емешле булһын.
Әлфинә Килдейәрова