Бының өсөн 11 миллиард һум тотонолған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, етештерелгән продукцияға түбән хаҡ һаҡланып, яғыулыҡ, запас частәр ҡиммәтләнһә лә техниканы яңыртыу дауам итә. Был һәр төрлө эште тиҙерәк башҡарырға булышлыҡ итә. Башҡортостанда 434 трактор, 200-гә яҡын комбайн, 500-ҙән ашыу эшкәртеү машинаһы һәм ҡорамалдар алынған.