Башҡортостан шахбоксерҙары Италияла донъя беренселегендә еңеү яуланы

Спортсылар  ике  алтын һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды. Ил йыйылма командаһы составында беҙҙең республиканан Илсур Исхаков, Артур Ханнанов һәм Дилара Хәтмуллина сығыш яһаны. Шахбокс - ул шахмат һәм бокс ҡушылмаһы. Спортсылар рингта ғына түгел, шахмат өҫтәле артында көс һынаша.