Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тағы бер ҙур спорт объекты барлыҡҡа киләсәк

Октябрьский ҡалаһында бассейны булған спорт-һауыҡтырыу комплексының икенсе сираты төҙөләсәк. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Проекттың бер нисә финанс өлөшө бар. 305 миллион һум - федераль бюджеттан, тағы ла бер өлөшө республика һәм муниципалитеттар иҫәбенән. Бынан тыш, программа шарттары буйынса проектта шәхси инвесторҙар йәлеп ителгән. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ -бюджетҡа йөкләмәне кәметергә, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән бик яҡшы инструмент. Әле «Бизнес-спринт» программаһы буйынса республикала 4 спорт объекты төҙөлә, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.