Дөйөм алғанда, улар егермегә етәсәк. Был комплекстар юлдарҙың торошон һаҡлауға булышлыҡ итә. Биләмә фото-видео күҙәтеү системаһы менән дә йыһазландырыла. Контроль пункттарҙы ҡуйыу урындары - ауыр йөк ташыусы транспорт сараларының хәрәкәтенә анализ яһау, Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы һәм муниципалитеттар ҡарары нигеҙендә билдәләнә.