Өфөлә аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән эшләү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Аутизм йыш осраған сирҙәрҙең береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әлеге ваҡытта был ауырыу йөҙ баланың береһендә осрай. Был категория тәү ҡарашҡа һау-сәләмәт балаларҙан айырылмай, әммә уларҙың кәйефе тиҙ генә үҙгәрә, бала үҙ-үҙенә бикләнә. Аутист балалар шәхсән һәм даими иғтибар талап итә. Ғилми-ғәмәли конференцияла ошо категория менән эшләү, тәрбиә, белем ысулдары, тормошҡа яраҡлаштырыу тураһында һүҙ барҙы. Сарала ҡатнашыусылар яңы һөҙөмтәле ысулдар, заманса технологиялар менән танышты.