Дата төрлө милләт вәкилдәре парлашҡан ғаиләләр өсөн айырыуса мөһим байрам. Әйткәндәй, статистикаға ярашлы, бындай парҙар йылдан-йыл арта. Өфөлә йәшәүсе Андрющенколар ғаиләһендә атай кеше - урыҫ, әсәй - башҡорт милләтенән. 20 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән бәхетле пар биш бала тәрбиәләй.
5 йәшлек Феодора - Андрющенколар ғаиләһендә кинйә бала. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ғаилә ҡаҙаныштары мөйөшөнә үҙ өлөшөн индереп өлгөргән: гимнастика буйынса беренсе урындар өсөн миҙалдар биҙәй. Киләсәктә кем булырға теләйһең тигән һорауға ҡыҙыҡай икеләнмәй яуап бирә.
Кинйә бала гимнастиканы үҙ иткәндә, өлкән ҡыҙҙар буш ваҡытын музыкаға бағышлай. Берәүһе - пионино, икенсеһе скрипкала уйнай.
Милли көйҙәргә ҡыҙыҡһыныу кескәйҙәрҙә әсәләренән килә. Зилә Андрющенко бөтә балаларында ла башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләй. Бәләкәйҙәргә туған телдә әкиәттәр уҡый, тик башҡортса һөйләшергә тырыша.
Андрющенколар ғаиләһендә спорт ҙур урын алып тора. Балалар көн дә төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Йыл әйләнәһенә бассейнда йөҙә.
Тулы составта ғаилә кистәрен һәм ял көндәрендә генә ҙур өҫтәл артына йыйыла. Сәйгә уңған хужабикә башҡорт бәлешен дә, урыҫ ҡоймағын да бешерә. Милли ризыҡтарҙы төрләндерергә тырыша. Бөтә эшкә өлгөрөүҙең сере бер.
Ҡорбан байрам булһынмы, Пасхамы - Андрющенколар һәр байрамды матур итеп үткәрә. Ғаиләлә милли кәртәләр юҡ. Иң мөһиме - балалар бәхетле булып үҫһен.
Рәзилә Ғиниәтуллина