Уның исем туйы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында үтте. Баҫмала тәүге күләмле секцияларҙан алып халыҡ-ара спорт майҙандарында яуланған еңеүҙәргә тиклемге тарих сағылыш тапҡан. Ул Башҡортостан спортын башлап ебәреүселәр, республикабыҙҙың иң сағыу спортсылары һәм уларҙың күренекле ҡаҙаныштары менән дә таныштыра.
Материал уникаль документаль сығанаҡтарға, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һәм Башҡортостан спорты ветерандарының иҫтәлектәренә нигеҙләнгән. Республиканың Спорт министрлығының 100 йылығына арналған китаптың авторы БСТ телеканалының спорт редакцияһына нигеҙ һалыусы Лилиә Шафиҡова.