Халыҡ фронты тарафынан хәрбиҙәргә медикаменттар, реабилитация һәм шәхси гигиена әйберҙәре әҙерләнде

Луганск һәм Донецк госпиталдәренә, шулай уҡ яңы ялан госпиталендә дауаланыусылар өсөн гуманитар ярҙам. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Халыҡ фронты тарафынан хәрбиҙәргә медикаменттар, реабилитация һәм шәхси гигиена әйберҙәре, шифалы башҡорт балы әҙерләнде. Барлыҡ әйберҙәр госпиталдәрҙең ихтыяжынан сығып йыйылған. Ылауҙы ойоштороуҙа республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Бишбүләк районынан «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» һәм «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр ойошмаһы ҡатнашҡан. Ылау бөгөн тәғәйен урынға юлланды.

Ярҙам госпиталдә дауаланыусылар ихтыяжынан сығып йыйылды. Антибиотик, антисептик, ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар һәм башҡалар. Бынан тыш, балаларҙан хаттар һәм тәмлекәстәр ҙә бар. Яраланыу сәбәпле, әлегә үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған яугирҙарға коляскалар ҙа бар. Халыҡ фронты бөгөн етенсе тапҡыр ылау оҙатты

Морат Шафиҡов, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше