Янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеген һынау буйынса ярыштар үтте

Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн ойошторола. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә. Янғын һүндереүселәрҙең ярышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Артыҡ хәрәкәттәр юҡ, һәр аҙым үлсәп эшләнә. Шул уҡ ваҡытта етеҙлек тә талап ителә. Экипировка, тын алыу аппараттарын кейеү, төрлө ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү янғын һүндереүселәр өсөн күптән таныш, көн дә осрай торған күнегеүҙәр.

Хәрби әҙерлекте һынау буйынса ярыштарҙа Өфөнөң янғын һағы идаралығының барлыҡ частәре ҡатнашты. Шулай уҡ баш ҡаланың радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары командаһы ла көсөн һынаны. Ҡаршылыҡтар һыҙатын быйыл республика ярыштарында икенсе урын яуалаусы «Башҡортостан сәскәләре» янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре лә үтте.

Ярышта еңеүсе команда, йәғни «8 март» янғын һүндереү часы республика кимәлендә уҙасаҡ ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Икенсе һәм өсөнсө урынға «Башҡортостан сәскәләре» һәм «Идаралыҡ аппараты» командаралы лайыҡ булды.

Йыл башынан республикала 9 меңгә яҡын янғын сыҡҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, яҡынса 6 процентҡа кәмерәк. Ләкин һалҡындар башланыу менән ут сығыу осраҡтары артыуы ихтимал.

Янғын һүндереүселәрҙең төп девизы «ҡотҡарыу һәм ярҙам итеү» булһа ла, белгестәр хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, һаҡ булырға саҡыра!

Әлфинә Килдейәрова