Ул төрлө милләттәрҙең тарихын өйрәнеү, йәш быуында илһөйәр һәм рух тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Газсы һөнәренә уҡыған икенсе курс егеттәре һәм ҡыҙҙары был сараға ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән әҙерләнгән. Ике ай эсендә ХАНттарҙың йолаларын, телдәрен, аш - һыуҙарын өйрәнгәндәр. Бирелгән арауыҡ эсендә студенттар баһалама ағзалары алдында уларҙың тотош тормошон күрһәтә алды.
Был сара уҡыу йортонда йыл һайын традицион рәүештә үткәрелеп килә. Төрлө милләт вәкилдәре булып сығыш яһаған студенттар, үҙ телдәрендә йырлы сәләмдәр, милли аш- һыу тәҡдим итте.
Рәсәй - күп милләтле ил. Шуға көсөбөҙ ҙә - дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә. Уны һаҡлау һәм ҡәҙерләү һәр кемдең гражданлыҡ бурысы.
Р.Рәхимова