Халыҡ фольклор коллективтары араһында хәҙерге һәм онотолған туй йолалары тәҡдим ителде. Иң оҫта һәм дөрөҫ сәхнәләштереүсе 100 мең һум аҡса менән бүләкләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Туй йолаһы»ның айырылғыһыҙ өлөшө бөгөн республика төбәктәрендә бик үк үтәлмәй. Ҡыҙ оҙатҡанда башҡарылған сеңләүҙе айырым әҫәрҙәр, спектакль, йә бөгөн фестиваль сиктәрендә ҡарап белергә мөмкин ине. Сарала Өфөләге Ҡурған башҡорттары һәм «Ауаз» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле тарафынан башҡарылды.
Шаран районына ереккән «Туй йолаһы» фестивале республика, хатта ил кимәлендәге үҙенсәлекле мәҙәни проект. 2018 йылдан ойошторола килгән сарала был юлы 14 ижади коллектив һынау тотто. Туй мәжлесендә башҡарылған йолалар төбәк үҙенсәлегенә бәйләп сәхнәләштерелде.
Баһалама ағзалары һәр сығышты ентекле ҡараны. Тәҡдим ителгән йолаларҙың дөрөҫлөккә тап килеүе, уларҙың яңылыш булыу-булмауына иғтибар итте.
«Туй йолаһы» сиктәрендә фестиваль ҡатнашыусылары түңәрәк өҫтәл артында фекер ҙә алышты. Фольклор белгестәре, ижади коллектив етәкселәре ҡатнашлығында үткән сарала тармаҡтың бөгөнгө мәсьәләләре күтәрелде. Шул иҫәптән, сәхнәләштерелгән йолаларға ла айырым туҡталды. Халыҡ кәсептәре һәм милли аш-һыу күргәҙмә-йәрминкәһендә иһә килгән халыҡҡа туй бүләген алыу мөмкинлеге бирелде. Экспозиция аша этнография музейҙарында һаҡланған милли нағыштарҙың бөгөн ҡабат халыҡҡа ҡайтарылыуын күрергә мөмкин.
«Туй йолаһы» фестивале ҡатнашыусылары эңер төшкәс тә киске уйынға йыйылды. Уның барышында ижади коллектив ағзалары төбәктәрҙә һирәк уйналған, хатта онотолған уйындарын тәҡдим итте. Урында яусылар ҙа майҙан тотто. Һәр кем үҙенең әүҙем, яңғыҙҙарҙы парлаштырыр төп кеше булыуын күрһәтте. Һөҙөмтәлә, бүләкләү тантанаһында Туймазы яусыларының етеҙлеге айырым билдәләнде. Ә инде фестиваль Гран-приһын Өфөләге «Ауаз» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Азат Ғәлиуллин