Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Владимир Путин Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе

Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Байрам уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе.

Рәсәйҙең бөйөк тарихы, уның ҡеүәте, ҡаҙаныштары һәм дәүләтселеге ата-бабаларыбыҙҙың күп быуындары тарафынан, уларҙың ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы, фиҙәкәр һәм батыр хеҙмәте менән барлыҡҡа килде. Тыуған илгә эскерһеҙ һөйөү, уның яҙмышында шәхси ҡатнашыу бөгөн дә беҙҙең өсөн ышаныслы әхлаҡи нигеҙ булып хеҙмәт итә, Ватан мәнфәғәтенә алға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә ярҙам итә. Һеҙгә уңыштар һәм яҡшылыҡтар теләйем, тиелә Рәсәй Президенты ҡотлауында.

Башҡортостан Башлығы исеменә ҡотлау сәләмдәре Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килде.