Унда меңдән ашыу кеше - төрлө йәмәғәт ойошмалары, юғары уҡыу йорттары студенттарының патриотик клуб вәкилдәре, ил тарихына битараф булмаған замандаштар йыйылды. Флешмоб тыуған илдә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең татыулығын, үҙ ынтылыштарында һәм бурыстарында дәүләттең берҙәмлеген күрһәтеү маҡсатында ойошторлдо.
Флешмобта ҡатнашыусылар өс рәткә теҙелеп, Рәсәй байрағын һүрәтләндерҙе. Аҡ төҫ тыныслыҡты, таҙалыҡты, сафлыҡты аңлата, зәңгәр - иман һәм тоғролоҡ төҫө, ҡыҙыл иһә Ватан өсөн ҡойолған көстө, ҡанды символлаштыра. Сарала ҡатнашыусылар өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан гимны яңғыраны.