Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы Донбассҡа сираттағы гуманитар йөк партияһын алып барҙы

Өй сәләмдәре, туғандарҙан посылкалар. Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы Донбассҡа сираттағы гуманитар йөк партияһын алып барҙы. Ылау хәрбиҙәрҙең ғаризалары буйынса тупланған. Үҙ өлөшөн уҡыусылар ҙа индергән. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы Донбассҡа тәүге тапҡыр килмәй. Һәр сәфәр активистар өсөн тулҡынландырғыс. Юл да яҡын һәм ябай түгел. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яугирҙарҙың заказдары ике йөк машинаһына тупланған. «Башҡортостан» мотоуҡсылар хәрбиҙәренә гуманитар йөк һәм посылкаларҙан тыш, балалар яҙған өсмөйөшлө хаттар ҙа тапшырылды.

Гуманитар йөк һәр подразделениеға алып барыла. Маршрут былтыр ҡаты алыштар барған ерҙәр буйлап үтә. Яндырылған баҫыу һәм урмандар, ярым емерек ҡалалар. Унда, бер нимәгә ҡарамаҫтан тормош тыныслыҡта дауам итә.

Северодонецк ҡалаһы. Ҡара төтөнгә батҡан күп фатирлы йорттар, украин танкылары һәм артиллерияһы снарядтары эләккәндән һуң, емерелгән подъездар. Неонацистарҙан азат ителгән ҡалаға урындағы халыҡ ҡайта башлаған. Шул иҫәптән Екатерина менән Василий. Азовтар төн уртаһында фатирҙан ҡыуып сығарғандарын хәтерҙән юйып булмай, ти улар. Украинаның көнбайышында йәшәүсе туғандарын хәстәрләп, йөҙҙөрен күрһәтмәүҙе һораны.

Гуманитар ярҙам һәм шәхси посылкалар адресаттарға еткерелә. Яҡташ яугирҙарҙың торған ере алғы һыҙыҡтан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Шуға күрә йөк машиналары оператив рәүештә бушатыла.

Барлыҡ гуманитар ярҙам хәрбиҙәрҙең ғаризалары буйынса туплана. Активистар һәр үтенесте тиҙ арала үтәргә тырыша. Был эшкә Урал аръяғы халҡы ла ҡушылған.

Төбәктең күп кенә йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр берләшмәләре яугир яҡташтарына ярҙам күрһәтә. Өҫтәүенә, Башҡортостандың һәр район башлығы махсус хәрби операция зонаһында булып ҡайтты. Был тәжрибә Рәсәй төбәктәре араһында тәүге. Яугирҙар әйтеүенсә, атайсалдан килгән ярҙам уларҙы көслөрәк итә.

Әлфинә Килдейәрова